Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Август 2023, 13:00

Бәләбәй районы – лидерҙар иҫәбендә

Бәләбәй районы төбәк муниципалитеттарының социаль-иҡтисади тотороҡлолоғо рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде, тип яҙған район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙәге битендә.

Бәләбәй районы – лидерҙар иҫәбендә
Бәләбәй районы – лидерҙар иҫәбендә

Шишмә районында республика ҡалалары һәм райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында семинар уҙҙы. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Семинарҙа биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, шулай уҡ киң күләмле инфраструктур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостандың төп үҫеш трендтары хаҡында һөйләшеү булды. Күпселек күрһәткестәр буйынса республика Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән өҫтәрәк, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса – илдә алдынғы урындарҙа.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса муниципалитеттарының социаль-иҡтисади тотороҡлолоғо рейтингын төҙөгән.

Лидерҙар иҫәбендә – Бәләбәй, Дыуан, Туймазы, Саҡмағош һәм Благовар райондары.

 

Автор:
Читайте нас: