-4 °С
Болотло
«Биш һумлыҡ купюралар әйләнештән алынманы, бары тик бер нисә йыл баҫылманы һәм шуға һирәк осрай ине. Уларға ике меңенсе йылдар башында ихтыяж булды, ләкин купюралар тиҙ туҙҙы. Һөҙөмтәлә Рәсәй банкыһы уларҙы тимер аҡсаға алмаштырҙы. Хәҙер иһә тимер аҡса һуғыуға ҡарағанда ҡағыҙ купюра отошлораҡ», - тип аңлатты Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.
Шул уҡ ваҡытта биш һумлыҡ тимер аҡсаларҙы банкноталар менән алмаштырыу хаҡында һүҙ бармай - икеһе лә берҙәй әйләнештә йөрөйәсәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан