Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Октябрь 2023, 14:00

Башҡортостанда капиталь ремонтлауға иғәнәләр берҙәм түләү ҡағыҙына индерелә

Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында (Өфөнән тыш) капиталь ремонтҡа иғәнәләр берҙәм түләү документына индерелә.

Башҡортостанда капиталь ремонтлауға иғәнәләр берҙәм түләү ҡағыҙына индерелә
Башҡортостанда капиталь ремонтлауға иғәнәләр берҙәм түләү ҡағыҙына индерелә

Быйыл ноябрҙә республиканың муниципаль райондарында һәм ҡалаларында октябрь айы өсөн капиталь ремонтҡа квитанциялар торлаҡ милекселәренә берҙәм түләү документы формаһында ебәрелә. Был хаҡта «Башинформ»ға төбәк операторының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Берҙәм түләү ҡағыҙында капиталь ремонтҡа иғәнә айырым юлда һәм айырым QR-код менән күрһәтелә. Иғәнәнең күләме, тәртибе һәм ваҡыты үҙгәрмәй. Айҙың 10-ына тиклем түләргә.

Әгәр капиталь ремонт өсөн иғәнәгә бәйле һорауҙар килеп тыуһа, төбәк операторының 8-800-775-69-77 номерына шылтыратырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-13/v-bashkirii-vznosy-na-kapremont-vklyuchat-v-edinuyu-platezhku-3477150

Фото: төбәк операторының матбуғат хеҙмәте

Автор:по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: