Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында сираттағы ҙур иҡтисади ваҡиға – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен башланы. Форумды Башҡортостан Хөкүмәте ойошторҙо.
Был киң масштаблы сара йыл һайын үткәрелә һәм бөгөнгөһө – ун алтынсыһы. Йыйында ҡатнашырға өс меңдән ашыу ғариза килгән. Улар Рәсәй, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡытай, Иран, Беларусь һәм башҡа илдәрҙең (бөтәһе 15 дәүләттән) эшҡыуарҙары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре булып тора. Форум хәҙер абруйлы һәм эшлекле майҙансыҡҡа әүерелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, форумдың һәр көнө тематик блоктарға бүлгеләнгән. Концептуаль алғанда, сессиялар эксперттарға киләсәкте күҙалларға ярҙам итәсәк.
“Быйыл төп тема “Иртәнән һуңғы көн. Һөнәри йәмәғәтселек прогноздары” тип аталды. Беҙ эшлеклеләр йәмғиәтенә алдағы 25 йылға актуаль булырлыҡ көн тәртибен билдәләйәсәкбеҙ. Эксперттарҙың инвестицияларҙың, бизнестың, халыҡ-ара эшлеклелек йәмғиәтенең киләсәген нисек күреүен аңларға тырышасаҡбыҙ”, – ти Рөстәм Моратов.
Әлеге мәлдә Халыҡ-ара бизнес аҙналығының “Бизнесҡа дәүләт ярҙамы. Һанлаштырыу: кисә, бөгөн, иртәгә”, “Киләсәктең юл буйы сервисы – төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡтың үҫеш нөктәһе”, “Һатып алыуҙар векторы – һанлы киләсәккә аҙым”, “Технологик үҙаллылыҡты тәьмин итеү өсөн инновацион бизнестың фән менән хеҙмәттәшлеге” исемле секцияларында эш бара, төштән һуң форумда ҡатнашыусылар Конгресс-холдың ҙур залында “Иртәнән һуңғы көн. Бизнес күҙлегенән” тигән пленар ултырышҡа йыйыласаҡ.
Юлай Кәримов фотоһы.
сығанағы:https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-11-22/don-ya-esh-yuar-ary-f-l-k-shl-sh-3532037