Унда Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Горденко, предприятие етәкселәре, завод эшселәре ҡатнашты.
Сараның рәсми өлөшөн асып, «БелЗАН» йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Карпов коллективты һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм берҙәмлек, һөнәрилек, фиҙакәрлек ҙәм ҙәр кемдең тырышып эшләүе проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға, яңы баҙарҙарҙы үҙләштерергә һәм етештереү күләмдәрен ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.
«Бөгөнгө көндә беҙҙең предприятие «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөтә яңы проекттарында әүҙем ҡатнаша, улар өсөн яңы төр нығытмаларҙы үҙләштерә. Бынан тыш, «БелЗАН» йәмғиәте «АВТОВАЗ» менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, ул импортты иөикин булғанса алмаштырыу һәм баҙарға яңы автомобилдәр сығарыу сәйәсәте алып бара. Предприятиеның бөтә мөһим автойыйыу предприятиелары, шул иҫәптән «НАМИ» һәм уларҙың «КОРТЕЖ» проекты, шулай уҡ яңы сафҡа индерелгән «Москвич» заводы менән бәйләнештәребеҙ бар, тип арттырыуһыҙ әйтергә мөмкин», – тип билдәләне Андрей Викторович үҙенең сығышында.
Тармаҡ вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, Татьяна Горденко:
«Машиналар эшләү районыбыҙҙың төп тармағы булды һәм булып ҡала. Һеҙ район иҡтисадында флагмандар. Заводта инвестиция программалары тормошҡа ашырыла, яңы ҡорамалдар һатып алына һәм монтажлана. Һеҙ социаль программаларҙы хәл итеүҙе дауам итәһегеҙ. Бәләбәй машиналар эшләүселәре ауырлыҡтарға ҡаршы тороу, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн бөтә көстәрен һәм мөмкинлектәрен туплау оҫталығы менән һәр саҡ айырылып тора», – тине.
Коллегаларын байрам менән техник үҫеш буйынса директор Тимур Ғәлиәхмәтов ҡотланы: «Беҙ, предприятие етәкселеге, номенклатураны киңәйтеү, етештереү күләмен арттырыу, тәьмин итеү географияһын киңәйтеү өсөн барлыҡ аҙымдар яһайбыҙ. Август аҙағында, сентябрҙә Рәсәйҙәге һәм яҡын сит илдәрҙәге автойыйыу предприятиеларында үткәрелгән һөйләшеүҙәр автомобиль нығытмаларына һорау барлығын күрһәтә. «БелЗАН» ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә компетенцияға эйә».
Үҙенең сығышында «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Анастасия Коровкина шулай тине:
– Ниндәй генә ауыр ваҡыттар булмаһын, һәр берегеҙ ҙур механизмдың бер өлөшө булып тора. Һәр берегеҙһеҙ был механизм эшләмәйәсәк һәм алға бармаясаҡ.
Был көндө яҡшы эшләгән завод эшселәренә почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды һәм сәнәғәт үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәндәре, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн һәм Машиналар эшләүселәр көнө айҡанлы төрлө исемдәр бирелде.
«БелЗАН» акционерҙвр йәмғиәте материалдары буйынса