Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2025, 09:00

Маҡсат – импортты алмаштырыу

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «КСК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының «Бәләбәй» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания сәнәғәт һыуытҡысы һәм елләтеү ҡорамалдары етештереүҙе булдырыуға 76 миллион һум самаһы инвестиция һалырға планлаштыра. Был хаҡтаБР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Маҡсат – импортты алмаштырыу
Маҡсат – импортты алмаштырыу

– Резиденттың инвестиция проекты йылылыҡ алмаштырыусылар, парға әйләндереүсе конденсаторҙар һәм улар өсөн градирендарҙы һәм тамсылаусыларҙы, һыуытҡыс камералары өсөн сэндвич-панелдәр  етештереүҙе күҙ уңында тота. Компания проектты 2025-2028 йылдар дауамында тормошҡа ашырырға һәм 21 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. 200 миллион һумдан ашыу суммаға йылына 20,5 мең дана тулы йөкләнешле проект ҡеүәтенә предприятие 2027 йылда сығырға ниәтләй, – тип һөйләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, «КСК» йәмғиәте үҙ производствоһын әүҙем үҫтерергә һәм киләсәктә баҙарҙы импортты алмаштырыусы продукция менән тәьмин итергә ниәтләй. Резидент кәрәкле технологик ҡорамалдар һатып алыу мәсьәләһе буйынса алдан һөйләшеүҙәр үткәрҙе, финиш стадияһында – проект документацияһын әҙерләү.

«БИ» белешмәһе

Монопрофилле муниципаль берәмектең баланслы үҫешен тәьмин итеү өсөн 2016 йылдың 29 декабрендә Бәләбәй ҡалаһы сиктәрендә йылдам үҫеш биләмәһе булдырылды.

ТОР резидент-предприятиелары өсөн табышҡа һалым буйынса льготалар ғәмәлдә. Федераль өлөш тулыһынса нулгә әйләнә, тәүге биш йылда төбәк өлөшө 5 процент тәшкил итә, артабанғы биш йылда 10 процент. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым ҡулланғанда түбән коэффициент ғәмәлдә. Төбәк кимәлендә ТОР резиденттары мөлкәткә һалым түләүҙән, муниципаль ер һалымынан азат ителә. Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте ҡуртымға алыу буйынса түбән коэффициент ғәмәлдә. ТОР резиденты статусы шулай уҡ инвесторҙарға сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкаһы алырға мөмкинлек бирә.

Маҡсат – импортты алмаштырыу
Маҡсат – импортты алмаштырыу
Автор: Светлана Шириня
Читайте нас