Ғәҙәттәгесә, ҡатнашыусыларҙы бай эшлекле программа көтә. Беренсе көндә, 3 декабрҙә, һөҙөмтәле идара итеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә буласаҡ: тематик дискуссиялар, секциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Шулай уҡ был көндә идара итеү ҡарарҙары хакатонына старт биреләсәк һәм «Йыл эшҡыуары – 2025» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.
- Халыҡ-ара бизнес аҙналығы - Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға. Был уникаль майҙансыҡ, унда идеялар тыуа, ышаныс күперҙәре төҙөлә һәм оҙайлы партнерлыҡтар булдырыла. Бөгөн беҙ ун дәүләттең вәкилдәрен ҡабул итәбеҙ. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы арҡаһында күп кенә сит ил компаниялары тәүге тапҡыр Рәсәй баҙарына инеү мөмкинлеген ала. Тимәк, беҙҙең форум донъяның күп кенә эшҡыуарҙары өсөн Рәсәйгә үҙенсәлекле тәҙрә булды, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форум үҙ эшен 5 декабргә тиклем дауам итәсәк, профессиональ алмашыу һәм эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр тәҡдим итәсәк.
Сығанаҡ: https://ibw-bashkortostan.com