Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2025, 12:00

Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә «Йыл эшҡыуары-2025» ХХ республика конкурсы финалсыларына наградалар тапшырылды.

Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!

Улар араһында бәләбәйҙәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, 35 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар араһында «Собор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  етәксеһе Рәсим Шәйәхмәтов конкурстың финалсыһы булды. «Социаль эшҡыуарлыҡ» номинацияһында – Наталия Малютина, «Бәләбәй технограды» йәштәр инновацион ижады үҙәге директоры.

– Был еңеүҙәр шәхси уңыш ҡына түгел, ә төбәктең яңы эш урындары, файҙалы башланғыстары һәм имиджы ла, – тип конкурс йомғаҡтарына аңлатма бирҙе район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

«БИ» белешмәһе

«Йыл эшҡыуары» конкурсы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты һәм «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Римма Солтанова әҙерләне.

Фотолар БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан

Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!
Бәләбәйҙәр иң яҡшы эшҡыуарҙар иҫәбендә!
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас