Предприятие директоры Михаил Антонов һөйләүенсә, «Бәләбәй» йылдам үҫеүсе биләмәһе резиденты булған предприятие продукцияһы илдең яғыулыҡ-энергетика комплексының алдынғы компанияларында талап ителә.
Изделиелар номенклатураһына төрлө хеҙмәттәр өсөн биналар, блок-модулле һурҙырыу станциялары, ҡаҙанлыҡтар, таҙартыу һәм диагностика сараларын эшләтеп ебәреү һәм ҡабул итеү камералары, фильтрлау ҡоролмалары һәм башҡа технологик блоктар инә. 2010 йылдан башлап предприятие 900-ҙән ашыу проект башҡарған.
«АММА» предприятиеһында ғәмәлдәге производствоны яңыртыу, яңы проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
– 2026 йылда технологик үткәргес торбалар етештереү цехын яңыртырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә заманса автоматлаштырылған линияларҙы проектлауға тотондоҡ. Был башланғыс «Етештереү Һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, – тип хәбәр итте Михаил Антонов кәңәшмәлә.
Киләсәктә бында яһалма интеллект технологияларын, атап әйткәндә, лазер менән ҡырҡҡандан һуң әҙерләмәләрҙе сорттарға айырыу өсөн машина күреүе системаһын индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан башлығы «АММА» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм 2026 йылда яңы производство уңыштары теләне.
Фото «БИ» архивынан