20 мең квадрат метр майҙанлы технологик комплекс төҙөлөшөнә инвестициялар миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Был хаҡта 29 декабрҙә республика башлығының «Инвестиция сәғәте»ндә компания директоры Хәбир Килмөхәмәтов хәбәр итте.
Инвестиция комитеты «РНГ-Инжиниринг» йәмғиәтенең башланғысын хуплай, уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирә. Бәләбәй районы хакимиәте инвесторға ер участкаһын ҡуртымға алыуҙы рәсмиләштереүҙә, БР Сәнәғәтте үҫтереү фонды «Үҫеш проекттары» федераль программаһы буйынса льготалы займ алырға ярҙам итәсәк, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, предприятие сәнәғәттә, төҙөлөштә, инфраструктурала инженер һәм технологик системалар өлкәһендә комплекслы хәл итеү менән шөғөлләнгән «Европа электротехникаһы» компанияһы составына инә.
Район гәзитендә хәбәр ителеүенсә, Бәләбәйҙең «РНГ-Инжиниринг» производство бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре МХО-лағыларға ярҙам күрһәтә. Улар яугирҙарға бер нисә тапҡыр буржуйкалар һәм мунса мейестәре ебәргән. Эретеп йәбештереү-монтажлау бригадалары ағзалары алғы һыҙыҡтан килгән заказдарҙы үтәргә һүҙһеҙ сыға.
Фотолар «БИ» архивынан