Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар , 14:00

Резиденттар һаны артты

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «АгроПлюс» компанияһын «Бәләбәй» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания ауыл хужалығы техникаһы ҡорамалдарын ремонтлау һәм монтажлау буйынса ғәмәлдәге предприятиены киңәйтеүгә 7 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй.

Резиденттар һаны артты
Резиденттар һаны артты

Инвестиция проектын 2026-2028 йылдарҙа тормошҡа ашырыу һәм 21 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтында. Быйыл «АгроПлюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өҫтәмә технологик ҡорамалдар һатып алырға һәм эшсе персоналды уҡытырға ниәтләй.

 

«БИ» белешмәһе

«Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2016 йылдың 29 декабрендә моноҡала сигендә булдырылды. «Агроплюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен иҫәпкә алғанда бында 27 резидент иҫәпләнә.

Римма Солтанова әҙерләне

Автор: Римма Солтанова әҙерләне
Читайте нас