Предприятиела автоматсыларҙы, шымартыусыларҙы, токарь-расточниктарҙы, фрезерлаусыларҙы, слесарь-ремонтсыларҙы һәм башҡа юғары квалификациялы эшсе һөнәр белгестәрен көтәләр.
Проект төбәктә 2024 йылдан алып республика халҡының хеҙмәт миграцияһын тотороҡландырыу сараһы булараҡ тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостандың эре предприятиеларында эште вахта ысулы менән ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Был ваҡыт эсендә 700-гә яҡын белгес эш хаҡын һәм льготаларҙы юғалтмайынса республика эсендә эш таба алды, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.