Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль , 16:40

Туймазыла 2026 йылда юл үткәргесен капиталь ремонтлау тамамланасаҡ

Башҡортостандың Туймазы ҡалаһында Фабрика урамы буйлап тимер юл өҫтөндәге юл үткәргесенә капиталь ремонт үткәрелә. 2026 йылдың февраленә подрядсылар газ һәм электр коммуникациялары өҫтөндә эшләне, металл арматура тергеҙелде, бетон эштәре башҡарылды, тигеҙләү ҡатламына бетон түшәлде, юл үткәргескә яҡын килеү юлдары һалынды.

Туймазыла 2026 йылда юл үткәргесен капиталь ремонтлау тамамланасаҡ
Туймазыла 2026 йылда юл үткәргесен капиталь ремонтлау тамамланасаҡ

- Апрелдә көндәр йылытҡас та, эштәр дауам ителәсәк. Июнь айында һул яҡта ремонт тамамланасаҡ һәм икенсе яҡта дауам ителәсәк. Юл үткәргестәге бөтә эштәрҙе тамамлау һәм объектты файҙаланыуға тапшырыу 2026 йылдың аҙағына планлаштырыла, - тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Билдәләп үтергә кәрәк, хәҙер юл үткәргес йөк машиналары хәрәкәте өсөн ябыҡ, ә еңел транспорт өсөн ҡаланан сығыу өсөн бер һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторолған.
Эштәр башҡарылған ваҡытта альтернатив юлдар ҙа ойошторолған. Йөк машиналары Октябрҙең 70 йыллығы урамы районында юл үткәргес аша үтә, ә еңел автомобилдәр ҡалаға Совет һәм Чапаев урамдары буйлап тоннель аша инә ала.

Автор:
Читайте нас