Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Март , 11:00

Бәләбәй һөт комбинаты белгестәре «ПРОФИ-2026» конкурсында уңыш яуланы

Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы базаһында «Һөт ризыҡтары етештереүҙә ПРОФИ-2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Сараның генераль бағыусыһы Һәм ойоштороусыһы булып Бәләбәй һөт комбинаты сығыш яһаны.

Бәләбәй һөт комбинаты белгестәре «ПРОФИ-2026» конкурсында уңыш яуланы
Бәләбәй һөт комбинаты белгестәре «ПРОФИ-2026» конкурсында уңыш яуланы

Бәләбәй предприятиеһы Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылған «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты буйынса партнер булып тора. Конкурсты республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ла хупланы.

Республиканың алдынғы һөт предприятиелары, шул иҫәптән Бәләбәй һөт комбинаты белгестәре «Һөт ризыҡтары етештереүҙә ПРОФИ-2026» конкурсында ҡатнашты.

Һөнәри ярыш тәжрибә уртаҡлашыуға, һөнәри компетенциялар кимәлен күтәреүгә һәм һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияһы етештереү предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Бәләбәй һөт комбинатының үҙәк производство лабораторияһы инженер-микробиологы Әлфинә Ғабдуллина беренсе урын өсөн дипломға лайыҡ булды. 2-се һәм 3-сө урындарҙы Мәләүез һөт-консерва комбинаты һәм «Рәсәй һөтө» компанияһы (Стәрлетамаҡ һөт комбинаты) белгестәре бүлеште.

Махсус номинацияларҙа Бәләбәй һөт комбинаты хеҙмәткәрҙәре: сыр етештереү комплексының өлкән мастеры Резеда Латипова («Ғәмәли әһәмиәт өлкәһендә ПРОФИ-2026») һәм производство бүлегенең инженер-технологы Наталья Матафонова («Профессиональ эҙләнеүҙә һәм үҙбилдәләнештә ПРОФИ-2026») дипломдар менән билдәләнде.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор: Любовь Иванова
Читайте нас