

Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан саҡырылған эксперттар бизнесты үҫтереү һәм танытыу, шулай уҡ заманса ысынбарлыҡта шәхси бренд тураһында көнүҙәк белемдәре менән уртаҡлашты. Эшлекле программала урындағы оҫталарҙың изделиелары ҡуйылған һөнәрселек йәрминкәһе булды.
Бындай формат урындағы етештереүселәргә булышлыҡ итеүҙән тыш, эшҡыуарҙар һәм уларҙың потенциаль клиенттары араһында өҫтәмә бәйләнеш нөктәләрен булдырырға мөмкинлек бирә.
– Беҙҙә үҙ-ара үҫеш, илһам, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үҙмәшғүл эшҡыуарҙарҙы берләштергән берләшмә булыуына бик шатбыҙ. Ассоциацияның һәр ҡатнашыусыһына үҙ бизнесын яңы кимәлгә сығарырға ярҙам итер, тип ышанам. Бынан тыш, ассоциация районда һәм республикала ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын, бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә, хәйриә проекттарын алға этәреүгә лә өлөш индерә, сөнки был ҡатын-ҡыҙҙар рухына яҡын, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Горденко. – Муниципалитет хакимиәте эшҡыуарҙарҙың эшлекле башланғыстарын һәм тәҡдимдәрен артабан да яҡларға һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер.
Фотолар: Т. Горденко