Иҡтисад
10 Апреля , 04:00

Эшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестициялар

Бәләбәй районының «Линда» агрофирмаһы коллективы 2026 йыл башынан алып 210 мең баш йәш тауыҡ үҫтергән һәм һатҡан, шул иҫәптән 40 мең башын Ҡаҙағстанға оҙатҡан. Бройлер тауыҡтары 69 мең баш үҫтерелә һәм һатыла.

Эшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестицияларЭшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестициялар
Эшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестициялар

Әйткәндәй, 2025 йылда 670 мең баш йәш тауыҡ үрсетелгән һәм һатылған, шул иҫәптән 77 мең баш экспортҡа оҙатылған.

– Быйыл инкубацияға 85 мең бройлер йомортҡаһы һалынды. Тиҙҙән себештәрҙе сығарыу башланасаҡ һәм беҙ халыҡҡа уларҙы тәҡдим итә аласаҡбыҙ, – тип һөйләне предприятие директоры Данил Фәрхетдинов.

Ҡошсолоҡ корпустарында технологик процесс менән эшҡыуарҙың ҡатыны Гөлсәсәк Фәрхетдинова етәкселек итә. 2025 йылда юғары аграр уҡыу йортон тамамлағандан һуң хужалыҡта улы Радмир эшләй башлай, ул мәктәп һәм студент йылдарында уҡ ата-әсәһенә ғаилә бизнесын алып барырға ярҙам итә. Сәсеү, урып-йыйыу эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Агрофирмала 21 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла эш урындарын ҡәҙерләй, сөнки предприятие ауыл халҡына лайыҡлы аҡса эшләү мөмкинлеген генә биреп ҡалмай, ә тормоштоң төрлө мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә кәрәкле ярҙам күрһәтә. Агрофирма коллективы – мөнәсәбәттәр аңлауға һәм үҙ-ара ярҙам итеүгә нигеҙләнгән ҙур производство ғаиләһе.

– Тракторҙар һәм комбайндар, тағылма инвентарь баҫыуға сығыуға әҙер, – тип өҫтәне Данил Фәнис улы. – Сәсеү майҙаны яҡынса 2 000 гектар тәшкил итә. Иген культуралары, рапс, көнбағыш сәсәбеҙ. Агротехника талаптарын үтәү иген һәм техник культураларҙан яҡшы уңыш алырға, баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға мөмкинлек бирә.

Д. Фәрхетдинов фотолары

 

Эшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестициялар
Эшҡыуарлыҡ. Киләсәккә инвестициялар
Автор:Римма Султанова  
Читайте нас