

Саралар Өфөлә һәм муниципалитеттарҙа ойошторола. Аҙна республиканың бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы һәм эшлекле берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашлығындағы бизнес-иртәлек менән асыла.
Программала 150-нән ашыу сара: панель сессиялар, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, практик дәрестәр, уңышлы эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар һәм консультациялар ҡаралған. Аҙналыҡ власть, бизнес һәм эксперттарҙың диалог майҙансығына әйләнәсәк. Сарала ҡатнашыусылар иҡтисад үҫеше буйынса фекер алышасаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ һәм бизнес алып барыу, уны киң таратыу өсөн тәҡдимләр аласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Сара республика хөкүмәте булышлығында «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.