

Өфөлә Рәсәй нефть-газ-химия форумы һәм 34-се “Газ.Нефть.Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе башланды. Дүрт көн дауамында форум майҙансығында тармаҡтың көнүҙәк проблемалары ҡараласаҡ. Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө дәүләт нефть техник университеты форумдың әйҙәүсе ғилми партнеры булып сығыш яһай, 20-нән ашыу дискуссия, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороуға ул көс һалды.
-Рәсәй нефть-газ-химия форумы сиктәрендә традицион рәүештә төрлө дискуссия майҙансыҡтары ойошторабыҙ. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда, һөйләшеүҙәрҙең ҙур өлөшө яғыулыҡ-энергетика комплексында һанлы технологиялар, шул иҫәптән яһалма зиһен ҡулланыуға тура килә, - тине ӨДНТУ ректоры Олег Баулин.
Мәҫәлән, яһалма зиһендең яғыулыҡ-энергетика комплексына йоғонтоһо, нейроселтәрҙең уҡыу процесын үҙгәртеүе тураһында һорауҙар форумдың беренсе көнөндә тикшерелде. Бынан тыш, форум сиктәрендә “Яғыулыҡ-энергетика комплексында мәғлүмәт технологиялары. Проблемалар һәм хәл итеү юлдары-2026” халыҡ-ара конференция үтәсәк.
Ер өҫтө транспортын файҙаланыу кафедраһы хеҙмәткәре Артур Саҙриев эшләгән датчик двигатель йәки редуктор вибрацияһын анализлау рәүешендә автомобиль техникаһы ватылыуын диагностикаларға мөмкинлек бирә, алдағы этапта йәшерен дефекттарҙы асыҡларға булышлыҡ итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Газ.Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе һәм Рәсәй нефть-газ-химия форумы - нефть тармағының ҙур ваҡиғаларының береһе. Быйыл сараларҙа 10 илдән 270 компания ҡатнаша.
Фото: Вуз-ара кампустың матбуғат хеҙмәте.