

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың ғинуарында республика Башлығы компанияның Өфө филиалында булды һәм уның етәкселеге менән етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү пландарын тикшерҙе. Предприятиела төрлө һауыттарҙа: быяла шешәләрҙә, алюмин банкаларҙа, кегтарҙа һәм ПЭТ-шешәләрҙә бөтәһе 60-тан ашыу төр эсемлек сығарыла.
Осрашыуҙа Николай Тюрников 2026 йылдың майында Өфө заводында рекордлы 312 мең гектолитр эсемлек етештерелеүен билдәләне һәм етештерелгән продукция номенклатураһын артабан киңәйтеү хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров компания етәкселегенә инвестиция программаһының яҡшы темптары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткәндәре һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Компанияның алға барыуы ҡыуаныслы. Был производствоның төп күрһәткестәренә, предприятие хеҙмәткәрҙәренең именлегенә һәм төбәк бюджетына керемдәргә йоғонто яһай, – тине Радий Хәбиров.
Форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған тағы бер килешеү – Башҡортостандың “Арнест” компанияһы менән хеҙмәттәшлеге. Уға Стәрлетамаҡтың “Шихан” һыра ҡайнатыу заводы – “Берләшкән һыра ҡайнатыу холдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы инә.
“Арнест” акционерҙар йәмғиәте президенты Алексей Сагал менән осрашыуҙа Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта эсемлектәр етештереүҙе яңыртыу пландарын тикшерҙе. Һүҙ продукция күләмен арттырыу һәм ассортиментын киңәйтеү хаҡында барҙы.
– Завод һыра сығарыуҙы етди арттырҙы, был республикаға акциз рәүешендә өҫтәмә аҡса бирҙе. Бынан тыш, беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре һеҙгә арпа бирә башланы. Был йәһәттән беҙ оҙайлы хеҙмәттәшлеккә әҙер, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.