Иҡтисад
12 Июня , 09:00

«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы

10 июндә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев «Бәләбәй» йылдам үҫеш биләмәһенең беренсе резиденты – «АММА» предприятиеһының производство майҙансығында булды.

«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы
«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы

Предприятие директоры Михаил Антонов уны етештереү барышы, яңы продукция һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

Предприятие цехтары буйлап экскурсиянан һуң Михаил Валерьевич «БИ» журналистары менән компания яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

АММА  нефть, газ сығарыу һәм башҡа тармаҡтар өсөн ҡорамалдар проектлау һәм етештереүҙә махсуслаша, төрлө тәғәйенләнештәге стационар һәм мобиль комплекстар етештерә. Үҙ продукцияһын Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына, мәҫәлән, Ҡаҙан, Хабаровск, Байкал аръяғына һ.б., шулай уҡ яҡын сит илдәргә, атап әйткәндә, Ҡаҙағстанға,һәм  Алыҫ Төньяҡ шарттарында эшләгән эре компанияларға оҙата.

- Компанияла эштәр бик яҡшы бара. Предприятие тотороҡло һәм ышаныслы эшләй. Ҡайһы бер подразделениелар хеҙмәткәрҙәре ялһыҙ ҙа эшләй. Заказдар менән йыл аҙағына тиклем тәьмин ителдек, киләһе йылға ла бар, – ти етәксе. - Беҙ производствоны даими үҫтерергә һәм яңыртырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, быйыл март айында заманса лазер менән ҡырҡыу станогы эшләй башланы. Был проект технологик мөмкинлектәрҙе киңәйтеү стратегияһына тулыһынса тап килә, был яңы производствоны үҙләштереү һәм булғанды үҫтереү мөмкинлеген бирә, сифатҡа һәм ышаныслылыҡҡа иң юғары талаптарға яуап бирә. Әйткәндәй, уны тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамынан файҙаланғандар.

«Әлеге ваҡытта АММАның динамик үҫешкән компания булыуы ҡыуандыра. Алда уның пландары һәм проекттары күп», – тип билдәләне район хакимиәте башлығы.

Елена Петрова фотолары

 

«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы
«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы
«АММА»: тотороҡло һәм ышаныслы
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас