Иҡтисад
16 Июля , 10:00

Яуаплылыҡ бөтәһендә лә

Нәмә лә булһа һатып алған һәр граждан касса чегын – ҡағыҙ йәки электрон –  талап итергә хоҡуҡлы һәм тейеш.

Яуаплылыҡ бөтәһендә ләЯуаплылыҡ бөтәһендә лә
Яуаплылыҡ бөтәһендә лә

Был документ килешеү фактын раҫлай, тауарҙы кире ҡайтарғанда, гарантиялы ремонтта йәки бәхәсле хәлдәрҙә ҡулланыусыны яҡлай.

Һатыусының чек биреүҙән баш тартыуы – законды туранан-тура боҙоу ул, һәм һатып алыусы, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Чектарҙы тикшереү» мобиль ҡушымтаһы менән файҙаланып, ошондай факт тураһында һалым инспекцияһына хәбәр итергә хоҡуҡлы.

Беҙ граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәрен ҡарайбыҙ, һәм һәр ошондай мөрәжәғәт тикшереү өсөн нигеҙ була ала.

Шулай итеп, граждандар контролдә тулы хоҡуҡлы ҡатнаша ала: чек талап итеп, һеҙ үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлап ҡына ҡалмайһығыҙ, ә табышты иҫәпләүҙән һәм һалым түләүҙән тайпылыусылар араһынан тәртип боҙоусыларҙы асыҡларға ярҙам итәһегеҙ.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы

Автор:
Читайте нас