

Уның маҡсаты – илдең аҙыҡ-түлек именлеген нығытыу һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең сит ил тауарҙарына бәйлелеген кәметеү. «Башланғыстың төп ҡатнашыусыһы Бәләбәй районында урынлашҡан «Өсән» ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булды. Ул «НьюСид» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә көнбағышты гибридлаштырыу өсөн участка ойошторған. Тәжрибә баҫыуының майҙаны 84 гектар. Бында МАГ 4219 исемле гибрид сығарыу буйынса эш алып барыла, – тип хәбәр итте «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Бәләбәй районы буйынса баш агрономы Дамир Латипов. – Әле баҫыуҙарҙа «Россельхозцентр» белгестәре яңы гибридҡа баҫыуҙа һынау үткәрә. Һынауҙың төп бурысы – алынған гибридтың сорт таҙалығын тикшереү».
Гибридты үҫтереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн ауыл хужалығы етештереүселәренә төрлө утау үткәреү буйынса кәңәштәр бирелде. Агротехник сараларҙы белеп үтәү культураны үҫтереү процесын оптималләштерергә һәм юғарыраҡ уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.