

Global Management Challenge — идара итеү компетенцияларын үҫтереүҙең иң ҙур халыҡ-ара чемпионаттарының береһе, 40 йылдан ашыу үткәрелә һәм тиҫтәләгән илдән ҡатнашыусыларҙы берләштерә. Конкурс форматы – ысын тормоштағы компания менән идара итеү шарттарына яҡынлашҡан бизнесты моделләштереү. Ҡатнашыусыларға стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү, башҡа командалар менән ярышыу, баҙар һәм иҡтисади мөхиттәге үҙгәрештәргә яуап биреп, виртуаль предприятие менән идара итеү бурысы ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов бындай конкурстар заманса менеджерҙар әҙерләү өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелә бара, тип билдәләне.