Иҡтисад
28 Августа , 04:00

Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте

Бәләбәй районы хужалыҡтарында уңыш йыйыу дауам итә. МР хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 26 авгусҡа 6460,5 гектар ужым иген культуралары майҙанының 6 389 гектары (98,89%) йыйып алынған тиерлек. Ужым арышы 100 процентҡа һуғылған, уңыш гектарынан 21,54 центнер тәшкил иткән.

Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға еттеАуыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте
Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте

3908 гектар майҙандан ужым бойҙайы йыйып алынған (98,2%), уңдырышлылығы 32,48 ц/га. Ужым культураларының уртаса уңдырышлылығы 28,23 ц/га тәшкил итә.

Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары иң ҙур майҙанды биләй – 13 994 га. Улар 4 671 гектарҙа (33,38%) сабылған һәм һуғылған. Яҙғы культураларҙың уртаса уңдырышлылығы 19,33 ц/га тәшкил итә, йомшаҡ яҙғы бойҙай гектарынан 21,7 ц, арпа –  22,65, һоло 18,55 центнер бирә.

Бөртөклө-ҡуҙаҡлыларҙан: борсаҡ гектарынан 22,64 ц уңыш менән 85,99% майҙанда йыйып алынған.

Ҡарабойҙай йыйыу ҙа яҡынлаша. Көнбағыш үҫеүен дауам итә һәм ул 6 241 гектарҙа көс йыя.

В. А. Шипицындың крәҫтиән-фермер хужылығы

КФХ башлығы һүҙҙәренсә, хужалыҡ үҫемлекселеккә махсуслашҡан. 2 619 гектар һөрөнтө ер ҡуртымға алынған, 2026 йылда шуларҙың  2 029 гектары – сәсеү майҙаны, иген культуралары – 1 213 гектар, ә мал аҙығы культуралары 816 гектар тәшкил итә.

26 авгусҡа ҡарата иген культуралары 642 гектарҙа, йәғни 53 процент майҙанда йыйып алынған, уртаса уңыш – 18 ц/га. Урып-йыйыу эштәре «экватор»ға еткән, тип әйтергә була.

Шулай уҡ КФХ-ла малсылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Тәү сиратта ҡымыҙ етештереү өсөн йылҡылар тотола.

Бөгөнгә хужалыҡта 600 тоннаға яҡын бесән әҙерләнгән, мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып, бесәнгә йыялар, һаламды преслайҙар.

Ошо көндәрҙә Бәләбәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенең баш агрономы Илгиз Нәсифуллин менән Вадим Шипицын ҡарабойҙай баҫыуын ҡараны.

Елена Петрованың фотолары

 

Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте
Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте
Ауыл хәстәрлектәре. Урып-йыйыу эштре «экватор»ға етте
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас