

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев оҙатыуында яңы тәғәйенләнгән етәксе тармаҡтың иң боронғо предприятиеларының береһенең продукция етештереүҙең бөтә этаптары менән танышты, ярҙамсы участкаларҙың, лабораторияларҙың эшен өйрәнде.
Экскурсия барышында хеҙмәткәрҙәр ҡорамалдарҙы күрһәтте һәм ағымдағы проекттар менән уртаҡлашты. Шулай уҡ производствоны үҫтереү буйынса пландар тикшерелде.
«Предприятие яңыртыла, заманса ҡуйыла, шуның һөҙмтәһендә юғары сифатлы һәм конкуренцияға һәләтле продукция сығарыуҙы тәьмин итә», – тип хәбәр итте Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә.
Бынан алда Борис Беляев Бөрөлә «Башспирт» йәмғиәте предприятиеһында булды. Ул урындағы хәлдәр торошон тәрән аңлау һәм коллектив менән көйлө эш итеүҙе яйға һалыу өсөн бындай сәфәрҙәрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәр хеҙмәткәрҙең сифатлы эшләүе - дөйөм уңыштың нигеҙе, тип билдәләне ул.
Фотолар хакимиәттән