Иҡтисад
6 Октября , 07:00

Башҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙы

«Росхим»  башҡорт содаһының зәңгәр төҫтәге яңы төргәген тәҡдим итте. Башҡорт содаһы ғәҙәти һары-ҡыҙыл төҫлө урынына яңы зәңгәр төргәкле булды. Был хаҡта «Росхим»да һөйләнеләр, «Башҡортостан сода компанияһы» уның составына инә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙыБашҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙы
Башҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙы

«Росхим» акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг буйынса директоры Елена Дмитриева былай тип аңлата: «Һатып алыусыларҙың соданы ниндәй маҡсатта ҡулланыуын тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уны йышыраҡ йыйыштырыныу һәм дезинфекциялау өсөн ҡулланалар. Шуға беҙҙә яңы төргәктә универсаль сода сығарыу идеяһы тыуҙы».

Тиҙҙән зәңгәр пакеттағы сода һатыуға сыға. БСК-ла элекке дизайндан да баш тартмайҙар.

«Росхим» вәкилдәре аныҡлыҡ индерә: «Ҡыҙыл-һары ҡаптағы сода – ашау, емеш-еләк йыуыу һәм ангинаға ҡаршы, ә зәңгәре – йыйыштырыныу, дезинфекция һәм баҡсасылыҡ өсөн».

2025 йылда БСК продукцияһын металл һауытта сығарҙы, тик был сәнәғәт күргәҙмәһе һәм сувенирҙар таратыу өсөн лимитланған серия булды.

Өфө яңылыҡтары

Башҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙы
Башҡортостан содаһы дизайнын зәңгәргә алмаштырҙы
Автор:
Читайте нас