Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Ғинуар 2023, 13:00

Роспотребнадзор «кракен» штамы тураһындағы төп һорауҙарға яуап бирҙе

Роспотребнадзор сайтында коронавирус инфекцияһының «кракен» штамы тураһында киң таралған һорауҙарға яуаптар баҫылған.

Роспотребнадзор «кракен» штамы тураһындағы төп һорауҙарға яуап бирҙе
Роспотребнадзор «кракен» штамы тураһындағы төп һорауҙарға яуап бирҙе

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында күҙәтеү ведомствоһы Рәсәйҙә «кракен»дың теркәлмәүен хәбәр иткәйне. Был штамм Америка Ҡушма Штаттарында әүҙем тарала, ул Европала өҫтөнлөк итер итер тип күҙаллана. Хәҙер Рәсәйҙә «омикрон-стелс» һәм Көньяҡ Африка штамдары менән ауырыусылар күбәйә. Роспотребнадзор «кракен»дың үтә ныҡ йоғошло булыуы хаҡында иҫкәртә.

Коронавирустың был төрөнән үлем осраҡтары күп түгел, ләкин ул йоғошлораҡ һәм тиҙ тарала.

«Кракен», башҡа киҫкен респиратор вирус инфекциялары кеүек үк, һауа юлы менән йоға.

Хәүеф төркөмөнә балалар, ололар һәм хроник сирҙәр менән яфаланғандар ҡарай.

Рәсәйҙә «кракен»дың таралыу ихтималлығы бар, сөнки илдең сиктәре асыҡ, самолеттар оса.

Нисек һаҡланырға? Әлеге ваҡытта һәр кешелә тиерлек коронавирусҡа иммунитет бар. Шуға күрә Роспотребнадзор яңы штамдарҙан ҡурҡмаҫҡа саҡыра, ләкин шәхси гигиена талаптарын үтәү мөһим.

Әлегә «кракен» 25 илдә асыҡланған, ләкин уны йоҡтороу осраҡтары арта бара. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында донъяла инфекцияның яңы тулҡындарын көтәләр, ләкин был үлемдең яңы тулҡындарына килтермәҫ тип фаразлайҙар.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: