Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Март 2023, 15:00

Ҡыҙылсаға ҡаршы прививканы ҡасан һәм кемгә яһатырға?

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында, республикала балалар араһында ҡыҙылса йоҡтороу осраҡтары теркәлеү сәбәпле, вакцинация мөһимлеге тураһында иҫебеҙгә төшөрәләр, шулай уҡ ошо ныҡ йоғошло инфекцияға ҡаршы ҡасан һәм кемгә прививка яһатырға кәрәклеген аңлатып үттеләр.

«Балаға бер йәш тулғансы мотлаҡ ҡыҙылсанан прививка эшләргә кәрәк, – тип билдәләнеләр ведомствола. – Алты йәштә вакцинаны ҡабаттан яһайҙар». Алты йәштән өлкән балаларға һәм ололарға вакцинация шул осраҡта тәҡдим ителә: әгәр прививка быға тиклем яһалмаған булһа йәки бер тапҡыр ғына эшләнһә.

36 йәшкә тиклем бөтәһенә лә вакцина һалдырырға кәңәш ителә. 36 йәштән һуң – эш буйынса күптәр менән аралашырға тура килгән осраҡта. Тәү сиратта медицина, шулай уҡ транспорт, балалар баҡсалары һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ бара.

Кемдәр 55 йәштән өлкән, уларға иһә вакцинация сирлеләр менән бәйләнештә булғанда ғына талап ителә.

«Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың прививкаһы бармы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Әгәр ваҡыт етһә йәки мәғлүмәттәр юҡ икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ һәм бушлай вакцина эшләтегеҙ», – тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: