Был осорҙа бүлексәнең барлыҡ биналары һәм ҡоролмаларын эшкәртәләр. Бәләбәй үҙәк дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, йөклө ҡатындарға, яңы тыуған сабыйҙарға һәм гинекологик сирлеләргә ярҙам беренсе ҡатта йөклөләр патологияһы бүлегендә күрһәтелә. Акушерҙар, шәфҡәт туташтары, неонатолог һәм гинекологтар тәүлек әйләнәһенә киҙеү торасаҡ.
Был ваҡыт арауығында йөклөөлктәренә түбән һәм урта хәүеф янаған ҡатындарҙы планлы рәүештә бала табырға Район-ара перинаталь үҙәккә, Октябрьский ҡалаһының 36-сы биҫтәһендәге 1-се йортҡа ебәрәсәктәр. Йөклөлөктәренә юғары хәүеф янағандарҙы – Өфөгә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына йә баш ҡаланың перинаталь үҙәгенә.