-6 °С
Болотло
Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең дә тикшереү үтеп, тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алыу мөмкинлеге булһын өсөн күсмә медицина комплекстары Башҡортостан буйлап юлға сыға.
Тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй. Табиптар сират буйынса ҡабул итәсәк. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәр сәхифәһендә урынлаштырылған эфир яҙмаһында 2023 йылда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.
Бәләбәйгә поезд 5 июлдә килә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан