-7 °С
Болотло
Башлыҡ подряд ойошмаһы белгестәренең беренсе ҡатты яңыртыуҙары хаҡында һөйләне:
– Балаларға бында уңайлы булырға тейеш. Асыҡ төҫтәге стеналар күтәренке кәйеф тыуҙыра. Бәләкәй пациенттар бында тиҙерәк һауығырҙар, – тип уйлайым.
Рөстәм Ишмырҙин әйтеүенсә, был бинала көндөҙгә стационарлы балалар бүлексәһе эшләргә йыйыналар. Медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензия кәрәк. Белгестәр әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнә. Ә әлегә ремонт эштәре икенсе ҡатта бара.