-7 °С
Болотло
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 584 074 кеше диспансерлаштырыу үткән, профилактик медицина тикшереүен — 98 556, тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыуҙы — 169 170 кеше.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә бушлай тикшеренеү үтергә була. Диспансерлаштырыуҙы 18-ҙән 39 йәшкә тиклемдәр өс йылға бер, 40-ты үткәндәр йыл һайын үтә. Бының өсөн беркетелгән поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында полис булырға тейеш.