Бәләбәй Үҙәк дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмырҙин мәғлүмәте буйынса, модулле бинаны монтажлау тамамланған. Яңы объект барлыҡ заманса талаптарға яуап бирәсәк, уны кәрәкле медицина ҡорамалы, йыһаз менән тәьмин итәләр. Был Рассвет ауылының 200-ҙән ашыу кешеһенә беренсел ярҙам күрһәтеүҙе уңайлыраҡ һәм сифатлыраҡ итәсәк.
Төҙөлөш эштәренә район хакимите башлығы Азат Сәхәбиев баһа бирҙе:
– Рассвет ауыл советы биләмәһе хакимиәтенән коллегалар бында һыу менән тәьмин итеү эшен ойошторалар. Ер эштәре тамамланғас, ФАП тирәһе төҙөкләндереләсәк. Ауыл кешеләренең беренсел медицина ярҙамын заманса шарттарҙа ала аласағы ҡыуандыра.
Светлана Соколова материалы буйынса