Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Август 2023, 17:00

Льготалыларға дарыуҙарҙы фельдшерҙар яҙып бирә ала

Башҡортостанда хроник сирҙәре булған кешеләргә дарыуҙарҙы табиптар ғына түгел, фельдшерҙар ҙа яҙып бирә ала.

Льготалыларға дарыуҙарҙы фельдшерҙар яҙып бирә ала
Льготалыларға дарыуҙарҙы фельдшерҙар яҙып бирә ала

Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың Өфөгә сәфәренә йомғаҡ яһап, хәбәр итте.

«Был препаратты алыу ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, иң мөһиме – табиптың ваҡытын бушата», – тип белдерҙе министр урынбаҫары.

Табиптарҙың, урта медперсонал һәм медицинаға ҡарамаған  хеҙмәткәрҙәрҙең вазифаларын бүлешеү йәһәтенән республика тәжрибәһе менән Бөтә Рәсәй беренсел медик-санитария ярҙамын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре кәңәшмәһендә башҡа төбәктәрҙән йыйылған коллегалары танышты.

 

Автор:
Читайте нас: