Ошо көндәрҙә Учалыла 12 йәшлек Регина Ғидиәтова юғалған. Әсәһе әйтеүе буйынса, улар аҙ ғына әрләшкәндән һуң, ҡыҙы өйҙән сығып киткән.
“Дуҫтарға, туғандарға шылтыраттым – береһендә лә юҡ. Полицияға ғариза яҙҙым, төнө буйы эҙләнеләр, әммә тапманылар”, – ти Регинаның әсәһе.
Бишенсе класс уҡыусыһы аҡ көләпәрәле ҡара куртка, ҡара джинсы салбар, аҡ кроссовка кейгән булған.
Билдәләре: ҡара оҙон сәсле, буйы 135-140 сантиметр, уң яҡ сикәһендә миңе бар.
“Телефонын өйҙә ҡалдырған, үҙе менән икенсе кешенең исемендәге банк картаһы булыуы мөмкин. Ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы тураһында белһәгеҙ, 102, 112, 8-967-73-52-204 (Регинаның әсәһе), 8-967-459-40-89 (эҙләү буйынса координатор Анастасия) телефондары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ”, – тип хәбәр итә ирекмәндәр.
Фото: “Бәйләнештә”ге “Взаимопомощь-На-Дороге Учалы-И-Учалинского-Района” төркөмө.