10 мартта аҙна һайын уҙғарылыусы кәңәшмәлә республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын ҡаранылар. Кәңәшмәне төбәк башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.
2025 йылда был программаны «Оҙайлы һәм актив тормош» яңы милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырасаҡтар. Планда – алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу, туғыҙ объектҡа капиталь ремонт яһау, 121 ФАП, туғыҙ табип амбулаторияһы, дүрт дөйөм практика табибы офисы ҡуйыу, 4 683 берәмек медицина ҡорамалы һәм 99 еңел санитар машинаһы алыу.
Бынан тыш, Башҡортостандың медицина учреждениеларында инфраструктураның, шул иҫәптән медицина ҡорамалының торошо анализланды. Уның һөҙөмтәләре буйынса 2026-3-2030 йылдарға тейешле проекттар эшләнеләр. 22 яңы объект төҙөү, 236 медицина ойошмаһын ремонтлау, 499 модулле конструкциялар ҡуйыу, 54 күсмә комплекстар, 396 автомобиль һәм 25 меңдән ашыу медицина изделиеһы алыу тураһында һүҙ бара. Заявка Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ризалыҡ алыуҙа. Башҡортостан башлығы республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу эше дауам иттереләсәк, тип белдерҙе.
– Мәсьәлә бик мөһим. Беҙҙең бурыс – «беренсел»дең ландшафтын үҙгәртеү. Республикала әле алты поликлиника төҙөйбөҙ, – пландар күп, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.