Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Март , 19:00

135 модулле ФАП һәм амбулатория сафҡа индерелде

Быйыл беҙҙең Бәләбәй районының Знаменка ауылында тиҙҙән ФАП сафҡа индерелә. Республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениелары яңыртыла, заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителә.

135 модулле ФАП һәм амбулатория сафҡа индерелде
135 модулле ФАП һәм амбулатория сафҡа индерелде

Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты лидеры. 2024 йылда төбәктә 135 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория сафҡа индерелгән, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараты һатып алынған. Был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр.

Медицина кадрҙары менән дә тәьмин итеү яҡшырҙы: уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың медицина учреждениеларында 55,38 мең хеҙмәткәр, шул иҫәптән 16 177 табип һәм 39 203 шәфҡәт туташы һәм фельдшер эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеүҙә «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программалары ярҙам итә.

Автор:
Читайте нас: