Юғары һөнәри оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте һәм өлгәшкән уңыштары, шулай уҡ «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн табип-офтальмолог Байғусҡарова Сәмиға Хөсәйен ҡыҙына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исеме бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: Абрамян Юлия Викторовна - ультратауыш диагностикаһы табибы, Алматова Зөһрә Мирзаҡул ҡыҙы - участка табибы-терапевты.
Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты менән билдәләнделәр: Андреева Марина Максимовна - шәфҡәт туташы, Ғабдуллина Эльмира Фәдис ҡыҙы - шәфҡәт туташы, Ғафурова Айгөл Рузил ҡыҙы - табип-эндокринолог, Спиридонова Гүзәл Роберт ҡыҙы - участка шәфҡәт туташы, Халиҡова Алина Игоревна - шәфҡәт туташы.