Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2025, 17:00

Бишбүләктә яңы ФАП асылды

Ауыл халҡына уңайлы мөмкинлек булдырыла.

Бишбүләктә яңы ФАП асылды
Бишбүләктә яңы ФАП асылды

Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Элек ФАП элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡайны. Яңы модулле бина заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле йыһаздар менән тулыланған. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау, процедура бүләмәләре, пациенттарға көтөү урыны бар. Һәм башҡа уңайлыҡтар булдырылған.

“Һанлы ФАП” проекты ярҙамында ауыл кешеләре сифатлы медицина хеҙмәттәре менән файҙалана ала. Фельдшер дистанциялы рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ документтарын тултыра, электрон рецепттар яҙа. Шулай уҡ табиптар менән, телемедицина консультациялары уҙғарыу мөмкин.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары  менән тормошҡа ашырыла. 

Автор:
Читайте нас