Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ноябрь 2025, 17:00

Рәсәй урологтар йәмғиәте форум үткәрҙе

Ғәрәп илдәрендәге хеҙмәттәштәребеҙҙән робот медицинаһы, ҡорамалдар, бөйөр яман шешен дауалауҙың робот технологиялары буйынса һорауҙар бик күп. 

Рәсәй урологтар йәмғиәте форум үткәрҙе
Рәсәй урологтар йәмғиәте форум үткәрҙе

Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан дәүләт медицина университеты майҙансығында Рәсәй урологтар йәмғиәтенең «Урология практикаһының фәнни аспекттары» форумы уҙҙы. Сара 2022 йылдан алып Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Сочиҙа, Новосибирскиҙа, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Красноярскиҙа, Ставрополдә, Һарытауҙа уҙа. Быйыл уҙғарыу майҙансығы итеп Өфө һайланған.

Рәсәй урологтар йәмғиәтенең форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Рәсәй урологтар йәмғиәте академигы, профессор Олег Лоран мөрәжәғәт итте. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ректоры, Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-урологы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-урологы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павлов Маскаттан (Оман) Ғәрәп урологтар ассоциацияһы конгресынан онлайн алымда сараға ҡушылды һәм Рәсәй урологтар йәмғиәте форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Валентин Павлов билдәләүенсә, бөгөн бөтә донъя берләшмәһе робот медицинаһын үҫтереү менән әүҙем ҡыҙыҡһына:

- Рәсәйҙә конференциялар, Омандағы кеүек үк, юғары кимәлдә үтә. Халыҡ-ара конференцияларҙа беҙҙең бөтә ғилми докладтарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршылайҙар. Был БДМУ ғалимдарының юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә булыуын раҫлай. Ғәрәп илдәрендәге хеҙмәттәштәребеҙҙән робот медицинаһы, ҡорамалдар, бөйөр яман шешен дауалауҙың робот технологиялары буйынса һорауҙар бик күп, - тип билдәләне академик.

Форумда 300-гә яҡын кеше ҡатнашты, фәнни программала йәмғеһе 66 ғилми доклад тәҡдим ителде.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас