Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2023, 11:00

Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә

Эш, йорт хужалығы, телевизор барлыҡ ваҡытты ала, китапханаға йөрөгән кеше юҡ, тиҙәр. Был һүҙҙәр Аксаков биләмә китапханаһына ҡағылмай. Бында китап уҡыусылар һәр саҡ етерлек.

Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә
Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә

Китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған иң яҡшы ауыл китапханаларына ярҙам республика конкурсының еңеүселәре иҫәбендә. Был еңеүгә китапхана лайыҡ! Учреждениеның уҡыу залында ауыл өсөн мөһим мәсьәләләр ҡарала: байрамдар, урындағы совет ултырыштары, йыйылыштар, әҙәби уҡыуҙар, презентациялар, илһөйәрлек һәм батырлыҡ дәрестәре уҙғарыла.

Шулай уҡ «Осрашыу» һәм «Почемушки» тематик клубтары эшләй, ижади проекттар ғәмәлгә ашырыла. Шуларҙың береһе – «Китапхана – ял һәм ижад үҙәге» китапханаға яңы уҡыусылар йәлеп итте, ә «Был минең ата-бабаларым төйәге» туған яҡты өйрәнеү проекты атайсал традицияларын һәм мәҙәниәтен тергеҙеүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ итә.

Бүленгән аҡсаға китапхана өсөн телевизор, компьютер һәм китаптар алғандар.

– Китап фондын яңыртыу – беҙҙең уҡыусыларыбыҙ өсөн һәр саҡ байрам, ә заманса техника халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә, – тип һанайҙар китапханасылар Айгөл Фәйезова менән Виктория Максимова. – 2024 йылда беҙҙең китапхана 70 йыллығын билдәләйәсәк. Республика конкурсында еңеү был датаға матур бүләк булды.

Регина Иванова.

Фотолар китапхананан

Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә
Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә
Аксаков ауылы китапханаһы Башҡортостанда иң яҡшылар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас: