Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль 2023, 13:00

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Башҡортостанда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына ғаризаларҙы 15 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин.

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, конкурсҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым китап булып нәшер ителгән, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытынан бер йыл алдараҡ башҡа ысул менән баҫылған әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә.

Премияға эштәрҙе дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар һәм ижади союздар күрһәтергә хоҡуҡлы.

Комиссияның адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75. Конкурс тураһында положение менән һылтанма буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтында танышырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас: