Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2023, 12:00

Быйыл Санкт-Петербургта тәүге тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың фестивале асыла

Быйыл Санкт-Петербургта беренсе тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың VI Халыҡ-ара музыка фестивале асыла. Тантаналы гала-концерт 25 сентябрҙә Мария театрының (Мария-2) яңы сәхнәһендә була, тип хәбәр итә «Башинформ».

Быйыл Санкт-Петербургта тәүге тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың фестивале асыла
Быйыл Санкт-Петербургта тәүге тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың фестивале асыла

Илдар Абдразаҡов фонды хәбәр итеүенсә, кисәнең программаһында — фестивалдең художество етәксеһе, донъяның сағыу басы Илдар Абдразаҡов һәм заманыбыҙҙың күренекле тенорҙарының береһе, Мексика солисы Рамон Варгас башҡарыуында рус һәм сит ил композиторҙарының ариялары, дуэттары.

Гала-концертта шулай уҡ Мария театрының опера солистары һәм Мария театрының симфоник оркестры ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Абдразаҡовтың беренсе халыҡ-ара музыка фестивале 2018 йылда Өфөлә йырсының ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналды.

Автор:
Читайте нас: