Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Август 2023, 18:00

«Заман ауазы» конкурсы иғлан ителде

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы профессиональ яҙыусылар араһында «Заман ауазы» тип аталған яңы конкурс иғлан итте.

«Заман ауазы» конкурсы иғлан ителде
«Заман ауазы» конкурсы иғлан ителде

Конкурсҡа илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Приз фонды – 1 200 000 һум. Проект Башҡортостан башлығы грантына ойошторола.

Ижади конкурста Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары  ғына ҡатнаша ала. Эштәр башҡортса, русса, татарса ҡабул ителә. Әҫәрҙәр дүрт төргә бүленә:

- эре проза (роман һәм повестар);

- бәләкәй проза (хикәйә, эссе);

- шиғриәт (поэма, шиғри шәлкем);

 - «Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр» номинацияһы. 

Һәр категория буйынса өс урын һәм бер «Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр» номинацияһы билдәләнәсәк. Еңеүселәргә китап сығарыр өсөн йә техника алырға 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем дәүмәлле сертификаттар тапшырыласаҡ. Бынан тыш, иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡҡа инеп, китап итеп  баҫтырыласаҡ.

Эштәр 30 декабргә тиклем ҡабул ителә. Әҫәрҙәрҙе Башҡортостандың мәртәбәле яҙыусыларынан торған абруйлы жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәр 2024 йылдың мартында билдәле буласаҡ. Бүләкләү тантанаһына Саха Республикаһынан (Яҡутстан), Татарстандан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Мәскәүҙән яҙыусылар һәм нәшриәт берләшмәләре вәкилдәре саҡырыласаҡ.

– Ил яҙмышы – һәр яҙыусының ижадында төп темалараҙың береһе. Шуға был конкурс бөгөн көнүҙәк. Беҙгә халыҡтың илһөйәрлек рухын күтәрергә кәрәк, бының өсөн заман ауазы булырҙай лайыҡлы әҫәрҙәр яҙыу фарыз. Был конкурс сиктәрендә әҙәбиәтебеҙҙе байытасаҡ, Тыуған илгә, тамырҙарыбыҙға һөйөү тәрбиәләйәсәк әҫәрҙәр барлыҡҡа килеренә ышанабыҙ, – тип билдәләнеләр Башҡортостандың Яҙыусылар союзында.

Әҫәрҙәрҙе ойоштороусыларҙың электрон адресына «Заман ауазы»на тип яҙып ебәрергә кәрәк: [email protected]. Белешмә өсөн телефон: 8-937-471-41-76 (Искәндәр Рәмил улы Хәсәнов).

 

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: