Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса бүлегенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, күмәк кеше тарафынан баҫылған кейеҙ балаҫ 24 сентябрҙә Өфөлә «Войлокфест» фестивален ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк. 4 – 6 ноябрҙә ул Санкт-Петербургта үткән «Новая жизнь традиций» халыҡ-ара арт-кейеҙ күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ.
Сарала ҡатнашыуға биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары һәм рәссамдар саҡырыла. Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына йә 8 987 242 37 39 (ватсап) телефон һандары буйынса ҡабул ителә.
14 сентябргә тиклем ижади эштәрҙең төп нөсхәләре «Ижад» күргәҙмә залына тапшырылырға тейеш (Космонавтар урамы, 22).
Арт-симпозиум «Войлокфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойоштороласаҡ. Фестиваль Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы тарафынан үткәрелә.