Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Август 2023, 12:00

Башҡортостандан рәссам «ФормART» урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты

Әлшәй районынан рәсем уҡытыусыһы Руфь Бикмаева үҙенең «Белем юлдары» граффитиһы менән «ФормART» Волга буйы федераль округының урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты. Был граффити Өфөләге Мәғарифты үҫтереү институты бинаһын биҙәп тора.

Башҡортостандан рәссам «ФормART» урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты
Башҡортостандан рәссам «ФормART» урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты

Хәҙер яҡташыбыҙ аҡсала приз һәм конкурстың төп наградаһы — 2024 йылда Киров ҡалаһы йорттарының береһенә үҙенең эскизын төшөрөү мөмкинлеге өсөн көрәшә. Фестиваль еңеүсеһен бөгөн кис formartpfo.ru сайтында тура эфирҙа билдәләйәсәктәр.

«Композицияның уртаһында стилләштерелгән ваҡыт ҡуласаһы, уның уҡтары тарихи үткәнебеҙҙе төрлө дәүерҙәргә бүлә. Ҡағыҙ ҡош (оригами) үткәндәрҙән һабаҡ алып, киләсәккә, билдәһеҙлеккә оса», — тип яҙҙы рәссамдың ижади эше хаҡында «Башинформ» агентлығы.

«ФормАРТ»та бөтәһе 119 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, ә финалға 14 эш һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла «Белем көсө» темаһына һәм Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.

Автор:
Читайте нас: