Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Август 2023, 13:00

Башҡортостандың Милли музейы Санкт-Петербург халҡын һоҡландырҙы

Тирмәгә инеүселәр бөтә әйберҙәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡарай, күптәре Башҡортостанға барып күрер инем тигән теләген дә әйтә.

Башҡортостандың Милли музейы Санкт-Петербург халҡын һоҡландырҙы
Башҡортостандың Милли музейы Санкт-Петербург халҡын һоҡландырҙы

Невалағы Дәүләт академия капеллаһында БР Милли музейы ике экспозиция тәҡдим итте: “Евразия йөрәгендә. Башҡорттар” һәм ”Башҡорт аты тарихы”. Санкт-Петербургтағы Башҡортостан көндәрендә бигерәк тә “Евразия йөрәгендә” күргәҙмәһенә кеше күпләп килә. Ул “Күсмә халыҡ иле – легендалар крайы” этноихатаһында урынлашҡан.

БР Милли музейының күргәҙмәне ойоштороу һәм үткәреү бүлеге мөдире  Эльвира Хәмиҙуллина һөйләүенсә, улар Төньяҡ баш ҡалаға  башҡорттарҙың милли торлағын – тирмә алып килгәндәр. Уның эсендә һунар мылтығы, ҡиммәтле әйберҙәр өсөн һандыҡ, урын-ер кәрәк-ярағы, сигелгән таҫтамалдар, ағас һауыт-һаба, ҡатын-ҡыҙҙар яғында – балалар сәңгелдәген дә күрергә була. Милли башҡорт кейеме, биҙәүестәр, халыҡ музыка ҡоралдары - ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ да бар. Ҡунаҡтар бында фотоға төшөү мөмкинлегенә лә эйә.

Тирмәгә инеүселәр бөтә әйберҙәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡарай, күптәре Башҡортостанға барып күрер инем тигән теләген дә әйтә.

Милли музейҙың бер экспозицияһы аттарға бағышланған. Унда Салауат Юлаевтың эйәрен һәм сыбыртҡыһын һәм башҡа экспонаттарҙы күрергә мөмкин. Шунда уҡ ҡунаҡтар иҫтәлеккә башҡорт сувенирҙарын да ала. Музей хеҙмәткәре һөйләүенсә, кешеләр нигеҙҙә биҙәүестәр, магнитик, бал һәм ҡаҡ һорай икән.

 Александр Данилов фотолары.

bashgazet.ru

Башҡортостандың Милли музейы Санкт-Петербург халҡын һоҡландырҙы
Башҡортостандың Милли музейы Санкт-Петербург халҡын һоҡландырҙы
Автор:
Читайте нас: