Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2023, 10:54

Башҡортостанда төшөрөлгән «Блогер» фильмы Дағстанда наградаға лайыҡ булды

Башҡортостанда төшөрөлгән «Блогер» ҡыҫҡа метражлы фильмы Дағстанда наградаға лайыҡ булды. «Золотая лоза» республика асыҡ кинофестивалендә ул «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында еңеү яуланы.

Башҡортостанда төшөрөлгән «Блогер» фильмы Дағстанда наградаға лайыҡ булды
Башҡортостанда төшөрөлгән «Блогер» фильмы Дағстанда наградаға лайыҡ булды

21 октябрҙә Махачкаланың Шиғриәт йортонда «Золотая лоза» - 2023 кинофестиваленең ижади эштәре күрһәтелде һәм еңеүселәрҙе дипломдар менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Яңыраҡ һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған «Мирный Дагестан» республика кинофестивалендә «Блогер» «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» номинацияһында «Махсус приз»менән бүләкләнде.

Бынан алдараҡ «Блогер» фильмы «Этно-Крым» Бөтә Рәсәй этнографик кинофестивалендә (Севастополь), «Окно» халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино фестивалендә (Омск), «Белая птица» Бөтә Рәсәй кинофестивалендә (Ҡазан) һәм «Отцы и дети» халыҡ-ара кинофестивалендә (Орёл) ҡатнашҡайны.

Фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә «Геройҙар тураһында хәтер мәңгелек» гранты сиктәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры булышлығында төшөрөлгән.

Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров Һәм Айнур Ғәбитов башҡарҙы. Фильм өҫтөндә автор һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, кинорежиссёр Руслан Юлтаев, сценарист — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова, композитор Рәмис Хәкимов эшләне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-22/snyatyy-v-bashkirii-film-bloger-poluchil-nagradu-v-dagestane-3488459

Автор:по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: