Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2023, 18:00

«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсына кастинг иғлан ителде

«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсы өлкәндәр һәм балалар номинацияһында кастинг башлай.

«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсына кастинг иғлан ителде
«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсына кастинг иғлан ителде

Өлкәндәр номинацияһында ҡатнашыу өсөн 16-35 йәшлек гүзәл заттар саҡырыла. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, төп бүләк — IPhone 14 һәм 100 мең һум. Башҡа номинацияларҙа ла шәп бүләктәр вәғәҙәләйҙәр. Финал эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында яңы йылса мюзикл-шоу форматында үткәрелә.

Балалар номинацияһында 5-15 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин. Улар ҡыҫҡа метражлы яңы йыл фильмын төшөрөүҙә лә ҡатнаша, премьераһын финал көнөндә күрһәтәләр.

Бөтә Рәсәй башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсы 2021 йылдан алып уҙғарыла.

Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр финалда республикабыҙҙан һәм күрше өлкәләрҙән һигеҙ ҡыҙ һылыуҡай ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-09/konkurs-bashkirskih-snegurochek-karhylyukay-2023-ob-yavlyaet-kasting-3513165

«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсына кастинг иғлан ителде
«Ҡарһылыуҡай - 2023» башҡорт Ҡарһылыуҙары конкурсына кастинг иғлан ителде
Автор:по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: