Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2023, 09:44

Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында алты еңеү тажын яуланы

...

Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында алты еңеү тажын яуланы
Башҡорт һылыуҡайҙары Мәскәүҙә халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында алты еңеү тажын яуланы

Уҙған аҙнала Мәскәүҙә «Берҙәмлек һылыуҡайы», «Европа һылыуҡайы», «Азия һылыуҡайы» һәм «Little Донъя һылыуҡайы» конкурстары уҙҙы. Республикабыҙҙы алты һылыуҡай күрһәтте, уларҙың дүртәүһе Өфөлә төбәк этаптарында еңеү яулап, Мәскәүҙә ҡатнашыуға аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.

«Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары ышаныслы рәүештә Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары тажын яулай», - ти Башҡортостанда милли гүзәллек конкурстары директоры һәм Мәскәүҙә WAF конкурстарының рәсми вәкиле Айгөл Үтәгәнова.

Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ Өфөгә төрлө конкурстарҙан алты таж менән ҡайтты:

     «Берҙәмлек һылыуҡайы» - Йәсмин Зәйетова (гран-при) һәм Ангелина Баркутова (1-се урын);
     «Берҙәмлек һылыуҡайы» (балалар араһында ) - Самира Вәхитова (1-се урын);
     «Мисс Азия» - Камилла Әпсәләмова (1-се урын);
     «Little Донъя һылыуҡайы» - 4 йәшлек Кира Әпсәләмова;
     «Мисс Европа» - Зарина Йәнбирҙина (гран-при).

Өфөнән ике ҡыҙ «Мисс донъя» халыҡ-ара конкурсына кастингты үтте һәм 111 ҡатнашыусынан егерме ҡыҙ иҫәбенә Зарина Йәнбирҙина һайлап алынды. Ҡыҙҙарға дизайнерҙар тажы, бүләктәр һәм 2024 йылда халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырылды. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-07/bashkirskie-krasavitsy-zavoevali-na-mezhdunarodnyh-konkursah-krasoty-v-moskve-shest-pobednyh-koron-3509006

Автор:по материалам ИА "Башинформ"
Читайте нас: